Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда өс проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырылырға тейеш

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда өс проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырылырға тейеш https://bash.news/news/85869_jyl_aayna_tiklem_bashortostanda_s_problemaly_jort_fajalanyua_tapshyrylyra_tejesh

Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән төҙөлөш сәғәтендә билдәләнде. Күп фатирлы йорттарҙың икәүһе Өфө районы "Яңы Булгаков" торлаҡ комплексында, береүһе баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге "Серебряный ручей" торлаҡ комплексында урынлашҡан.

"Миловка паркы" торлаҡ комплексында ла ике йорт техник әҙерлек сигенә еткерелгән, уларҙы 15 ғинуарға файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Муниципаль берәмектәрҙә өлөшсөләрҙе ҡабул итеү буйынса айырым график төҙөлә. Республика етәксеһе власть вәкилдәренә төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙан тартынмаҫҡа саҡырҙы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Я предлагаю каждый третий понедельник месяца, в коце рабочего дня, чтобы людям было удобно, вам лично встречаться с людьми в большом зале. Дать им высказаться. Каждую встречу составляете протокол, чтобы затем докладывать что исполнилось, что нет”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда өс проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырылырға тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд