Көтөп алынған бүләк

Көтөп алынған бүләк https://bash.news/news/85870_ktp_alynan_blk
10 дек 2018, 21:31

Торлаҡ программаһына ярашлы, Сибайҙа етемдәргә фатир асҡысы тапшырылды. Йорт хужаларын беҙҙең ижади төркөм дә ҡотланы. Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Зөһрә менән Айсыуаҡ үҙ бәхетенә ышанып бөтә алмай. Улар яңы, уңайлы фатир хужалары. Икенсе йылға никах уҡытырға әҙерләнгән йәштәр бөгөндән ҡыуаныслы мәшәҡәттәргә тотонорға әҙер - йорт йыһаздарын урынлаштырып, тиҙерәк биҙәү эштәрен башлау теләктәре.

Зөһрә һәм Айсыуаҡ: “Беҙ интернет аша ҡарап үҙебеҙ теләгәнсә дизайн төҙөнөк. Бында диван, ҡаршыһынды телевизор, ә ошонда ҙур булмаған шкаф ҡуйырға тип уйлайбыҙ”.

Фатир асҡысы йәштәргә етемдергә торлаҡ федераль программаһына ярашлы тапшырылды. Сибай ҡала хакимиәтендә тантаналы рәүештә тағы ла биш кешенең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде.

Рөстәм Афзалов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы: “Үҙегеҙ ҡорасаҡ ғаиләлә ошо фатир ныҡлы нигеҙ булып торһон. Ысын күңелдән ҡотлайым һеҙҙе”.

Фатир хужаларын ҡотларға йыйылған ҡунаҡтар араһында - етем балаларҙың опекундары. Улар ҙа йәштәр бәхетенә ҡыуанып бөтә алмай.

Фәрзәнә Ишемғолова, опекун: “Балалар университетта белем алып хәҙер фатирлы ла булғас - күңелгә тыныс булып тора”.

Йортло булыу - оло бәхет. Фатир хужалары шатлыҡ тойғолары кисерә. Дәүләт ярҙамын тойоу тормош башалағанда улар өсөн үтә лә мөһим.

Автор: Ринат Мозафаров, Флорида Ким.

Көтөп алынған бүләк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа