"Хәүефһеҙ юлдар" федераль проекты юл фажиғәләрен кәметеү маҡсатын ҡуя

"Хәүефһеҙ юлдар" федераль проекты юл фажиғәләрен кәметеү маҡсатын ҡуя https://bash.news/news/85872_xefe_yuldar_federal_proekty_yul_fazhilren_kmete_masatyn_uya
10 дек 2018, 21:35

Уға ярашлы, авариялар йыш теркәлгән урындар тәртипкә килтерелә, балалар араһында аңлатыу эше алып барыла. Бөгөн Өфөлә пассажир ташыусылар, тәжрибәле водителдәр, шулай уҡ руль артына әле генә ултырыусы студенттар араһында тест-һынау үтте.

Проектҡа ярашлы, улар 20 минут эсендә 21 юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарға яуап бирергә тейеш ине. Һөҙөмтәләр бик яҡшынан түгел, ҡатнашҡан 40 кешенең ни бары ун дүрте генә имтиханды уңышлы үтте. Башҡаларға үҙ белемдәрен камиллаштырыу бурысы йөкмәтелде. Сөнки "Хәүефһеҙ юлдар" ҙың маҡсаты - юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, былтыр республика юлдарында теркәлгән аварияларҙа 512 кеше һәләк булған, уларҙың егерме өсө балалар. Был күрһәткестәр төрлө тән-йәрәхәттәре, зыян күреүселәрҙе иҫәпкә алмай. Тест-һынауҙарҙа теләгән һәр кем ҡатнашып, үҙ белемен тикшерә ала.

Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутаты: “Бер-нисә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалһаҡ, беҙ бушҡа эшләмәйбеҙ, тигән һуҙ була. Бөгөн йәштәрҙе лә, ололарҙы ла саҡырҙыҡ. Ваҡыт үтеү менән күп әйбер онотола, бөгөн улар үҙҙәрен тикшереп ҡаранылар”.

Шулай уҡ проект буйынса киләһе йыл Мәләүез, Сибай ҡалаларында, Күгәрсен районында автомобиль ҡаласыҡтары төҙөү ҡаралған. Юлда водителдәр генә түгел, балалар ҙа бәләкәйҙән тейешле ҡағиҙәләрҙе белеп үҫһен өсөн.

Автор: Фәниә Юланова.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна