Өфөлә боҙ майҙансыҡтарын төҙөү тамамланды

Өфөлә боҙ майҙансыҡтарын төҙөү тамамланды https://bash.news/news/85873_fl_bo_majansytaryn_t_tamamlandy
10 дек 2018, 21:39

Ғәҙәттәгесә, баш ҡала урамдарында байрамға 100-ҙән ашыу шыршы ҡуйыу күҙаллана. Алдағы көндәрҙә ҡупшыҡайҙар һәм ҡаласыҡтар биҙәләсәк. Халыҡ күпләп йыйылған урында тәү сиратта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Баш ҡалала байрамға әҙерлек ҡайнай. Боҙ ҡаласыҡтарында төп эштәр тамамланған. Балалар семәрләп яһалған һындарға һоҡланып шыршы тирәләй шау-гөр килә.

Боҙ һындары - рәссамдарҙың аҙналар дауамында тырышып әҙерләгән ижады. Фаил Хисмәтулиндың байрам һындарын төшөрөүҙә тәжрибәһе етәрлек - 1999 йылдан алып уның тылсымлы һүрәттәре баш ҡала халҡын ҡыуандыра.

Фаил Хисмәтуллин, рәссам-скульптор: “Беҙҙең бөтә персонаждар дигеҙ темаһына арналған. Бында балалар күпләп фотоға төшәләр, төнгә тиклем уйнайҙар”.

Боҙ ҡаласыҡтары ижади яҡтан төрлөлөгө һәм матурлығы менән күҙҙең яуын ала. Уларҙың һәр береһендә ҡабан һынын осратырға мөмкин. Байрамды ойоштороусылар тәүҙә сит ил йәнһүрәтенән Сусҡа-Пеппаны төшөрөргә була - һөҙөмтәлә тыуған яҡтың ябай хайуаны күпкә отошло булыр тигән фекергә киләләр.

Сөмбөл Ғәниева, Өфөнөң Совет районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе: “Филармонияның алдында боҙ скульптуралар ҡуйырға булдыҡ. Улар Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Урал батыр, Һомай кеүек персонаждарҙы осратырға мөмкин”.

Халыҡ күпләп йыйылған ерҙә - хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ. Гирлянда,еренә еткереп шымартылмаған боҙ өлөштәре, шыршылағы матур быяла уйынсаҡтар ҙа күңел асыусыларҙы йәрәхәтләүе ихтимал.

Байрам ҡаласығы өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр булған етешһеҙлектәрҙе бер-ике көн эсендә бөтөрөргә вәғәҙәләй. Белгестәр, боҙ майҙансыҡтарында уйнаусылар һаулығына хәүеф янамай тип белдерҙе.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә боҙ майҙансыҡтарын төҙөү тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна