Иртәгә халыҡ-ара тауҙар көнө билдәләнә

Иртәгә халыҡ-ара тауҙар көнө билдәләнә https://bash.news/news/85875_irtg_xalyara_tauar_kn_bildln
10 дек 2018, 21:46

Ошо уңайҙан Өфөнөң "Рәсәй - минең тарихым" паркында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Унда ғалимдар һәм сәйәхәтселәр, ҡаяға үрмәләүселәр, альпинистар һәм тәбиғәтте яратыусылар ҡатнашты. Экспозиция бейек тауҙарға үрләгәндә йәшләй генә мәрхүм булып ҡалған егеттәр иҫтәлегенә ойошторолдо.

Фотокүргәҙмәлә 40-лап авторҙың 200-ҙән ашыу ижади эше тәҡдим ителде. Барлығы өс зал, уларҙа Башҡортостан, Рәсәй тәбиғәте, илдәге билдәле спортсыларҙың сәйәхәттәре менән танышырға мөмкин. Экспозицияға килеүселәр фотоларға ҡарап, яңы сәйәхәттәргә илһам алып, киләһе йылға пландар ҡорҙо. Күргәҙмә асылғандан һуң проектты ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы конференцияға йыйҙы. Унда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, тауҙарға барғанда үҙең менән алырға мотлаҡ кәрәк-яраҡтар тураһында һүҙ барҙы.

Әлмира Сәйетбатталова, сәйәхәтсе: “Күп тауҙарға мендек. Высоцкий әйтмешләй, тауҙан яҡшыраҡ - тау ғына. Мин дә шулай тип уйлайым, бер тапҡыр менһәң, тағы ла барғы килеп тик тора”.

Әйткәндәй, фотокүргәҙмә ирекмәндәр тарафынан ойошторолған. Улар әйтеүенсә, экспозицияға ижади эштәрен тәҡдим итеүселәр күп булған, шуға ла күргәҙмәне киләһе йыл да үткәреү күҙаллана. Фотоларҙы "Рәсәй - минең тарихым" паркында 7 ғинуарға тиклем бушлай ҡарарға мөмкин.

Автор: Фәниә Юланова.

Иртәгә халыҡ-ара тауҙар көнө билдәләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество