Яңы миҙгелде яңы экипировкала

Яңы миҙгелде яңы экипировкала https://bash.news/news/85876_yay_migelde_yay_ekipirovkala
10 дек 2018, 21:51

Хоккей миҙгеле асылған көндө Дәүләт Думаһы депутаты, КПРФ фракцияһы ағзаһы Александр Ющенко Әлшәй районы Торонтайыш ауылының йәш хоккейсыларына спорт менән шөғөлләнеү өсөн формалар бүләк итте.

Тантана ауылдың хоккей майҙансығында үтте. Спортсыларҙы тәбрикләргә ауылдың йәше лә ҡарты ла йыйылды. Торонтайыш ауылы командаһы районда иң әүҙемдәрҙән һанала, егеттәр муниципаль район һәм республика ярыштарында даими ҡатнаша. Дәүләт Думаһы депутаты Александар Ющенко әйтеүенсә, күмәк спортты үҫтереүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү Коммунистар Партияһы алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе. Фирҡәнең спорт клубы ла Вячеслав Фетисов, Алексей Касатонов һәм Павел Буре кеүек данлыҡлы спортсыларҙы берләштерә.

Александр Ющенко, Дәүләт Думаһы депутаты, "КПРФ" фракцияһы ағзаһы: “В нашей команде такие знаменитые хоккеисты как Павел Буре, Алексей Касатонов. Они просили передать вам огромный привет и говорят что именно на таких коробочках, хоккейных площадках рождались великие хоккеисты. Я вам желаю успехов, побед и гладкого льда”.

За кадром. Мәскәү ҡунағы спортсыларға11 комплект экипировка бүләк итте. Сара хоккей матчын ҡарау менән тамамланды. Ғәҙәттәгесә, унда дуҫлыҡ еңде.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Яңы миҙгелде яңы экипировкала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд