Яңы вазифа

Яңы вазифа https://bash.news/news/85887_yay_vazifa
10 дек 2018, 23:04

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән "Асыҡ республика" системаһының эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләре һәм республиканың мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыу Геннадий Разумикинға йөкмәтелде.

Геннадий Разумикин 1976 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Быға тиклем Мәскәү өлкәһе Истра ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән.

Радий Хәбировтың икенсе указы менән Рәсүл Тайыпов "Асыҡ республика" системаһының эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләре һәм республиканың мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан үҙ теләге менән бушатылды.

Яңы вазифа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество