Киләһе йылдан Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ

Киләһе йылдан Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ https://bash.news/news/85888_kile_jyldan_bashortostanda_podezdary_kompleksly_remontlau_bujynsa_programma_mlg_ashyryla_bashlayasa

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Әлеге ваҡытта төбәктә күп фатирлы йорттарҙа 50 мең самаһы подъезд иҫпләнә. Бөгөн уларҙың яртыһынан ашыуы ремонтҡа мохтаж. Ҡабул ителгән программаның өҫтөнлөктәре менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

Киләһе йылдан Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ
Киләһе йылдан Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ

Баш ҡаланың Әй урамындағы был йортта йәшәүселәр ишектәрҙең саманан тыш иҫке булыуына зарана. Үтәнән-үтә ел өрөп торғанлыҡтан ҡыш айҙарында подъездарҙа түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Баҫҡыс майҙансыҡтарының йылынмауына ярым емерек хәлдәге ағас тәҙрәләр ҙә ҡамасаулай. Ваҡытында баш ҡаланың алдынғы уҡытыусылары өсөн төҙөлгән йортто хәҙер өлгөлө тип әйтергә бер ҙә генә тел әйләнмәй. Сөнки подъездар ярты быуат эсендә бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән.

Ләйлә Хәсәнова, Өфөнөң Әй урамында йәшәүсе: “Ишек ҡыш көнө ябылмай. Кешеләр ябырға йыбана, һәр ваҡыт сығып ябып тороп булмай. Беренсе ҡатта йәшәгәндәр ауырый. Иҙән һыуый”.

Королев урамындағы был йорттоң подъезына йәй көндәрендә противогаз менән генә инергә мөмкин. Сөнки канализация торбалары йыш ҡына сафтан сыға. Шунлыҡтан подвалда йыйылған бысраҡ һыуҙан тирә-йүнгә насар еҫ тарала. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, тиҫтә йылдан ашыу подъезда бер тапҡыр ҙа ремонт булмаған. Ә инде исем өсөн генә башҡарылған эштәрҙең бер ҙә генә файҙаһы юҡ.

Зилә Фәйзуллина, Өфөнөң Королев урамында йәшәүсе: “10 йылдай ремонт эшләгәндәре юҡ. Бергәләшеп аҡлап, буяп ҡуйҙыҡ”.

Республика буйынса бөгөн ремонт талап ителгән ошондай 26 мең самаһы подъезд иҫәпләнә. Торлаҡ фондын файҙаланыу ҡағиҙәһенә ярашлы, уларҙы биш йыл һайын төҙөкләндереп торорға кәрәк. Ысынбарлыҡта иһә ҡайһы бер подъездарҙа күп йылдар дауамында бер ниндәй эштәр ҙә башҡарылмаған. Ә лифтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә булыуын иҫәпкә алып республикала комплекслы ремонтлау буйынса программа ҡабул ителде. Был турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Әлеге ваҡытта барлыҡ эштәр ҙә ҡала-район хакимиәттәре елкәһенә ята һәм, әлбиттә, аҡса бөтәһенә лә етмәй. Яңы йылдан бындай ремонтҡа сығымдар республика һәм муниципалитет ҡаҙнаһынан, шулай уҡ ике процентын фатир хужалары ҡаплаясаҡ.

Альфред Зиннәтуллин, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары: “Подъездарҙы ремотланлау стеналарҙы буяу менән генә сикләнмәй. Комплекслы алып барыласаҡ эштәр барышында йорттарҙың инеү ишектәре һәм баҫҡыс майҙансыҡтарындағы тәҙрәләр яңыртыла, сүп-сар ташлау урындары, почта йәшниктәре һәм башҡа урындар төҙөкләндереләсәк”.

Республиканың комплекслы программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә ремонт талап ителгән подъездарҙың барыһы ла икенсе йәшлеген кисерәсәк.

(в1)

Автор: Илдар Байбулатов.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд