Ауырғазы районы аша үткән федераль юлдың төҙөкләндерелеүе урындағы халыҡҡа ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырҙы

Ауырғазы районы аша үткән федераль юлдың төҙөкләндерелеүе урындағы халыҡҡа ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырҙы https://bash.news/news/85889_auyrazy_rajony_asha_tkn_federal_yuldy_tklnderelee_urynday_xalya_ur_mshttr_tyuyry
10 дек 2018, 23:18

Трассала тыҡрыҡ ябыла, ауылдар ҡаплана. Халыҡ хәҙер ауылға инеү өсөн урау юлдан йөрөргә мәжбүр. Ул ике тиҫтә саҡрым тирәһе. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Туҡталыштың ситтә урынлашыуы бер булһа, ә ауылға илткән юлдың ябылыуы икенсе ҙур мәсьәлә. Халыҡҡа асыҡ урын эҙләп йөрөргә кәрәкмәй. Әлегеләй аша төшөргә тура килә. Бүтәнсә булмай, ти ауырғазылар. Уныһы лы тура юлдың ҡапланыуына бәйле.

Ә ошо уҡ трассала ҡалған Арыҫлан ауылы иһә бөтөнләй стена менән ҡапланған. Тауыш изоляторы ла ул, ләкин урындағы халыҡ быға ризаһыҙлыҡ белдерә. Улар әйтеүенсә, ауылда йәшәүселәрҙең фекере иҫәпкә алынмай эшләнгән.

Вәлимйән Хисамов, Арыҫлан ауылында йәшәүсе: “Беҙҙән һораманылар. Килделәр ҙә төҙөнөләр. Төшкә тиклем ҡояш төшмәй".

Федераль әһәмиәттәге Өфө-Ырымбур автомобиль юлы төҙөкләндерелгән ваҡытта уҡ халыҡ төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүен хәбәр итә. Ауылға ингән юлдың ҡапламауҙарын һорай. Ләкин, ҡолаҡҡа һалыусыһы булмай. Ә Исмәғил ауылы биләмәһе башлығы иһә был эштең бөтөнләй урындағы хакимиәт килешеүенән тыш башҡарылыуын билдәләй.

Илфат Ғәзизов, Исмәғил ауылы хакимиәте биләмәһе башлығы: “Беркем дә килеп ризалыҡ эштәрен алып барманы. Бер сельсоветҡа ла килмәнеләр”.

Яҡты юл һәм Исмәғил ауылдарына илткән юлдың ябылыуы урындағы халыҡҡа ҙур мәшәғәт тыуҙырҙы. Ауылға инеү өсөн халыҡҡа урау юл менән 11 саҡрымды үтергә тура килә. Ә иһә Туҡай ауылы биләмәһенә был арауыҡ 20 километрға етә.

Район етәкселеге проблема хаҡында хәбәрҙар. Урындағы халыҡтан күп тапҡырҙар мөрәжәғәт килеүен дә билдәләй. Ә яуап бер. Эш федераль стандарттарға ярашлы башҡарылған.

Илдар Әмирханов, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Арыҫлан ауылы юлда урынлашыуына бәйле, тауыш изоляторының ҡуйылыуы бар талаптарға ярашлы башҡарылған. Был транспорттың күпләп йөрөүенә сығып эшләнелә. Санпин нормаларына ла яуап бирә. Ә инде юл мәсьәләһенә килгәндә, ул стандартҡа ярашлы башҡарылған. Барыһы ла хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала”.

Ошо юл өсөн яуаплы идаралыҡ та федераль стандартҡа ярашлы үтәлеүенә бәйләй. Халыҡ иһә был фекер менән риза түгел. Улар киреһенсә, хәүефһеҙлек өҫтәлеүен белдерә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Ауырғазы районы аша үткән федераль юлдың төҙөкләндерелеүе урындағы халыҡҡа ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд