Башҡортостанда наркотиктар менән сауҙа итеүсе интернет-магазин хужаһы хөкөм ителәсәк

Башҡортостанда наркотиктар менән сауҙа итеүсе интернет-магазин хужаһы хөкөм ителәсәк https://bash.news/news/85897_bashortostanda_narkotiktar_saua_itese_internetmagazin_xuzhay_xkm_itelsk
11 дек 2018, 10:16

Салауат ҡалаһында йәшәүсе ир хөкөм ителәсәк. Ул законһыҙ рәүештә наркотик матдәләр һатыуҙа ғәйепләнә. Ғәйепләнеүсе тыйылған матдәләр һатыу буйынса интернет-магазин хужаһы була.

Башҡортостанда наркотиктар менән сауҙа итеүсе интернет-магазин хужаһы хөкөм ителәсәк
Башҡортостанда наркотиктар менән сауҙа итеүсе интернет-магазин хужаһы хөкөм ителәсәк

Хәбәр итеүҙәренсә, ир Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында интернет аша наркотик һатыу магазинын булдыра. Ул наркотиктарҙы ҙур партиялап һатып ала, бүлә һәм һатып алыусыларға урынын хәбәр итә. Ғәйепләнеүсенең енәйәттәштәре - таныштары була. Улар йомошсо булалар.

2018 йылда законһыҙ эшмәкәрлек туҡтатыла. 120 грамдан артыҡ наркотик, шулай уҡ, үлсәү һәм төргәктәр тартып алына. Ғәйепләнеүселәр ҡулға алына.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд