Өфө ҡала хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе

Өфө ҡала хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе https://bash.news/news/85904_f_ala_xakimitend_kadrar_gre/?lang=bash
11 дек 2018, 11:01

Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе. Был хаҡта 11 декабрҙә муниципалитетта үткән кәңәшмәлә Өлфәт Мостафин хәбәр итте.

Өфө ҡала хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе
Өфө ҡала хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе

Муниципалитеттың гуманитар өлкәһе һорауҙары менән шөғөлләнеүсе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына Алина Сөләймәнова билдәләнде. Ул БДУ-ны тамамлай, хеҙмәт элын журналистика һәм телевидение өлкәһенә бағышлай. «Вся Уфа» телеканалы директоры булып эшләй, Өфө ҡала советы депутаты була. Рафаэль Әхмәтов «Граждандарҙы яҡлау идаралығы» МБУ-һы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Быға тиклем ул «Торлаҡ хужалығы идаралығы» МБУ-һы директоры урынбаҫары вазифаһын биләй.

Айгөл Винникова Өфөнөң Берҙәм иҫәпләү-касса үҙәгенең генераль директоры итеп тәғәйенләнә. Был өлкәлә 2011 йылдан алып эшләй. Быға тиклем Берҙәм иҫәпләү-касса үҙәгенең генераль директорының беренсе урынбаҫары була.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста