Өфөлә коммуналь техникалар автопаркы тулыланыуын дауам итә

Өфөлә коммуналь техникалар автопаркы тулыланыуын дауам итә https://bash.news/news/85909_fl_kommunal_texnikalar_avtoparky_tulylanyuyn_dauam_it
11 дек 2018, 11:36

Башҡалала автопарк яңы машиналар менән тулыланыуын дауам итә. Шулай итеп, ошо көндәрҙә предприятиеларға дүрт автогрейдер тапшырылды.

Өфөлә коммуналь техникалар автопаркы тулыланыуын дауам итә
Өфөлә коммуналь техникалар автопаркы тулыланыуын дауам итә

Белгестәр һүҙҙәренсә, юлдарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу эшендә автогрейдерҙар тос өлөш индерә. Өҫтәлмә техникалар Киров һәм Ленин райондары предприятиеларына тапшырылды. Быйылғы йылда , дөйөм алғанда, башҡала 39 берәмек яңы техника аласаҡ. Уларға 14 үҙбушатҡыс, 5 ауыр һәм 11 еңел автогрейдерҙар, 6 тейәгес һәм 3 ҡар тейәгес инә.

Техника ГЛОНАСС навигация ҡоролмаһы менән йыһазландырыласаҡ. Был система эште контролдә тоторға мөмкинлек бирә.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество