Республикала ойошма полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим итә

Республикала ойошма полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим итә https://bash.news/news/85915_respublikala_ojoshma_policiya_xemtkren_risht_tdim_it
11 дек 2018, 12:28

Мәләүездә коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнеүсе ойошма 1 млн һум күләмендә штраф түләйәсәк. Прокуратура фирманы административ яуаплылыҡҡа тарттырыуға өлгәшә.

Республикала ойошма полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим итә
Республикала ойошма полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим итә

Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың май айында полиция хеҙмәткәрҙәре «Планета» ЯСЙ-һында ялған етештереүсе кейем-һалымы менән сауҙа итеү осрағын асыҡлай. Был хоҡуҡ боҙоу өсөн 200 000 һум күләмендә штраф ҡаралған. Язанан ҡасыу маҡсатында, фирма вәкиле полиция хеҙмәткәренә 15

000 һум күләмендә ришүәт тәҡдим итә. Шулай итеп, ул материалдарҙы судҡа тапшырыуҙан алып ҡалырға ниәтләй.

Полиция хеҙмәткәре законһыҙ эшмәкәрлеккә юл ҡуймай. Фирмаға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, уға бер миллион һум күләмендә штраф яҙыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд