Башҡортостанда төҙөлөш вагонында һөрөм еҫенә ағыуланып ике кеше һәләк була

Башҡортостанда төҙөлөш вагонында һөрөм еҫенә ағыуланып ике кеше һәләк була https://bash.news/news/85924_bashortostanda_tlsh_vagonynda_rm_een_ayulanyp_ike_keshe_lk_bula
11 дек 2018, 14:07

Башҡортостанда ир һәм ҡатын төҙөлөш вагонында һөрөм еҫенә ағыуланып һәләк була. Шишмә районы баҡсаларының береһендә, урынлашҡан төҙөлөш вагонында 48 йәшлек ирҙең һәм 37 йәшлек ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәләре табыла.

Башҡортостанда төҙөлөш вагонында һөрөм еҫенә ағыуланып ике кеше һәләк була
Башҡортостанда төҙөлөш вагонында һөрөм еҫенә ағыуланып ике кеше һәләк була

Республика Тәфтиш комитеты тикшереү эшен башлай. Хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр, аш-һыу әҙерләгән ваҡытта, һөрөм еҫенә ағыулана. Криминаль характерҙағы билдәләр асыҡланмай.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна