Республикала ир мәсеттән электр инструменттар урлай

Республикала ир мәсеттән электр инструменттар урлай https://bash.news/news/85933_respublikala_ir_msettn_elektr_instrumenttar_urlaj
11 дек 2018, 17:17

Белорет районында мулла полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ул билдәһеҙ кеше иретеп йәбештереү аппаратын һәм шымартыу машинаһын урлауы тураһында хәбәр итә. Зыян күләме ете мең һум тәшкил итә.

Республикала ир мәсеттән электр инструменттар урлай
Республикала ир мәсеттән электр инструменттар урлай

Тиҙҙән бурҙың шәхесе асыҡлана. Урында йәшәүсе 29 йәшлек ирҙең һүҙҙәренсә, ул, мулла рөхсәте менән, мәсеттең хужалыҡ бүлмәһендә йәшәй. Октябрҙә ир иҫерек килеш бүлмәгә килә, тик уны кире сығаралар. Сираттағы табын барышында, ир мәсеттә электр инструменттары барлығы тураһында иҫләп ҡала.

Инструменттарҙы һатып, алкоголь эсемлектәр ала. Асыҡланыуынса, ир быға тиклем дә хөкөм ителгән була. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд