Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын ҡәйнәһен туҡмап, кәүҙәһен яндыра

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын ҡәйнәһен туҡмап, кәүҙәһен яндыра https://bash.news/news/85942_bashortostanda_jshse_atyn_jnen_tumap_ken_yandyra
11 дек 2018, 17:58

Яңауыл районында 85 йәшлек пенсионер ҡатындың үлеме буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше тамамлана. 47 йәшлек ҡатын ҡулға алына. Ул оло йәштәге ҡатындың улының ҡатыны була.

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын ҡәйнәһен туҡмап, кәүҙәһен яндыра
Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын ҡәйнәһен туҡмап, кәүҙәһен яндыра

РБ буйынса Эске эштәр министырлығы хәбәр итеүенсә, Бәнибаш ауылында йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Ут һүндергәндән һуң, оло йәштәге ҡатындың кәүҙәһе табыла. Асыҡланыуынса, пенсионер янғын һөҙөмтәһендә һәләк булмай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул көндө зыян күреүсегә 47 йәшлек килене килә. Улар араһында ыҙғыш сыға. Уның барышында, ҡатын ҡәйнәһенә бер нисә тапҡыр ҡул күтәрә, артабан кәүҙәгә һәм йортҡа ут төртә.

Ҡатын ваҡиға урынынан ҡаса. Тик тиҙҙән ҡулға алына. Тикшереү эше дауам итә.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа