Башҡортостанда энергия ресурстарына булған бурыс 4 миллиард 3 йөҙ миллион һумдан ашҡан

Башҡортостанда энергия ресурстарына булған бурыс 4 миллиард 3 йөҙ миллион һумдан ашҡан https://bash.news/news/85956_bashortostanda_energiya_resurstaryna_bulan_burys_4_milliard_3_j_million_umdan_ashan
11 дек 2018, 21:00

Бирәсәктең өстән ике өлөшө идарасы компаниялар һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә тура килә. Ә бына фатир хужалары коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә яуаплы ҡарай тиелде төбәктә тәртип тәьмин итеү буйынса координация кәңәшмәһендә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларға булған бурыстар төрлө сәбәптәр менән барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ҡайһы бер фатир хужалары иҫәпләү ҡоролмалары ҡуймайынса һыу һәм йылылыҡты күпләп тотона. Норматив менән түләгән осраҡта артыҡ сығымдар шул уҡ идарасы компаниялар иңенә йөкмәтелә. Үҙ сиратында улары ла түләүҙәрҙе тотҡарлай.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “2/3 задолженности приходится на управляющую организацию города Уфы. Проблема известная. Здесь много причин. Рядиз них нынещная система оплаты. Граждане платят организации, они деньги сжимают”.

Был күренеш илдең барлыҡ төбәктәре өсөн дә хас. Белгестәр хәлде көйләү өсөн ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларға туранан-тура түләү алымына күсергә тәҡдим итә. Коммуналь хеҙмәттәр баҙарында намыҫһыҙ идарасы компанияларҙан арыныу маҡсатында лицензия биреү тәртибен дә камиллаштырыу талап ителә.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “То, что касается управляющей компании, предлагаю продолжать уголовные дела. Хулиганить в этой части нельзя”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостанда энергия ресурстарына булған бурыс 4 миллиард 3 йөҙ миллион һумдан ашҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд