Һөнәре буйынса иң яҡшыһы

Һөнәре буйынса иң яҡшыһы https://bash.news/news/85957_nre_bujynsa_i_yashyy
11 дек 2018, 21:06

Бөгөн Өфөлә республика кимәлендә ойошторолған профессиональ оҫталыҡ бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнде. Хеҙмәт алдынғыларын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән конкурс 2012 йылдан ойошторола. Унда һөнәре буйынса эш урынында хөрмәт ҡаҙанған һәм хеҙмәт стажы өс йылдан да кәм булмаған предприятиелар эшселәре ҡатнаша. Номинацияларҙың береһендә профессиональ белем биреү йорттарында уҡыусы студенттар ҙа үҙ оҫталыҡтарын һынай ала. Был тәү сиратта йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бүләкләү тантанаһына йыйылыусыларҙы тәбрикләп, тап һеҙ үҙ ҡаҙаныштарығыҙ менән күптәргә, шул иҫәптән яҡындарығыҙға өлгө күрһәтәһегеҙ тип билдәләне.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “В уходящем году вы стали лучшими. Показали компетенции, упорство по выбранному мастерству. Вы пример для многих”.

Быйыл иң яҡшыһы исеме өсөн иретеп-йәбештереүселәр, слесарь-сантехниктар, урман ҡырҡыусылар, ташсылар, ҡымыҙ бешеүселәр һәм кондитерҙар көс һынашты. Йәй башынан ноябргә тиклем атап үтелгән номинациялар буйынса хеҙмәт алдынғылары билдәләнде. Конкурста барлығы 80-дән ашыу ойошманан 116 кеше ҡатнашты. Еңеүселәр дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.

Гүзәлиә Мәхийәнова, "Иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсе" номинацияһында беренсе урын яулаусы: “Шатмын. Республика Башлығынан бындай ҡағыҙ алыу әһәмиәтле. Республика халҡын, ҡунаҡтарҙы тәмле ҡымыҙ менән һыйлаясаҡмын”.

Иҙел Мәхмүтов, "Иң яҡшы урман ҡырҡыусы" номинацияһында беренсе урын яулаусы: “Команда менән 1-се урын яуланыҡ. Награда алыуыма шатмын, бындайға өмөтләнмәгәйнем дә”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Һөнәре буйынса иң яҡшыһы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа