Капиталь ремонт өсөн сығымдар ҡаплау ҡарала

Капиталь ремонт өсөн сығымдар ҡаплау ҡарала https://bash.news/news/85958_kapital_remont_sn_syymdar_aplau_arala
11 дек 2018, 21:11

Күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн иғәнә түләүгә киткән сығымдарын ҡаплатыуға компенсация алыусылар исемлеге киңәйтелеүе ихтимал. Бөгөн был матди ярҙам милекселәрҙең айырым категорияһына ғына ҡаралған.

Льгота тик пенсионерҙарҙан торған ғаиләләргә генә бирелә, киләсәктә ғаилә составында беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтар, йә 2018 йылдың 31 декабренә тиклем пенсия алыу шарттарына эйә булған граждандар булғанда ла капиталь ремонт өсөн илле, йөҙ процентлыҡ ташлама алырға мөмкин буласаҡ.

Әлегә был ярҙам тураһында закон проекты Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа тәүге уҡыуға сығарыла. Депутаттар парламенттың Президиум ултырышында алтмышҡа яҡын һорау ҡараны, закон проекттары араһында халыҡты социаль яҡлауға йүнәлтелгәндәре күп. Әйтәйек, икенсе уҡыуҙа транспорт һалымына бәйле документ та хуплау тапты. Уға ярашлы, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр әлеге һалымды түләүҙән азат ителә.

Был ҡеүәте 150 ат көсөнә эйә булған еңел автомобилдәргә һәм 125 ат көсө тартҡан автобустарға ҡағыла. Шулай уҡ ултырышта киләһе йылдарға республика бюджеты ла ҡаралды. Сығымдарҙың өстән ике өлөшө социаль сәйәсәткә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм иҡтисад үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: “Бюджет социально объектированный. Объем расходов составляет 195,6 миллиардов рублей. Это большая сумма. Этот бюджет еще не окончательный, предполагаются дотации”.

Депутаттар экология мәсьәләләрен дә күтәреп сыҡты. "Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында" һәм "Урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында"ғы закондарға ла үҙгәрештәр индерелер тип көтөлә.

Әлфәрис Байсурин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе: “Был үҙгәрештәр йығылып ятҡан ағастарға ҡағыла. Йығылған ағас урман ресурсына инмәй, ул халыҡ файҙаланыуына күсә”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Капиталь ремонт өсөн сығымдар ҡаплау ҡарала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд