Рәсәйҙә аналогы булмаған уникаль протездар Башҡортостанда эшләнә башланы

Рәсәйҙә аналогы булмаған уникаль протездар Башҡортостанда эшләнә башланы https://bash.news/news/85961_rsj_analogy_bulmaan_unikal_protezdar_bashortostanda_eshln_bashlany
11 дек 2018, 21:19

Мәскәүҙәге "Cколково" инновацион үҙәк белгестәре пилотлы проектты ғәмәлгә ашырыр өсөн республика менән хеҙмәттәшлек итә. "Моторика" тип аталған программа сиктәрендә төбәктә төрлө сәбәптәр буйынса ҡулһыҙ ҡалған биш балаға яңы протездар ҡуйыла.

Протез-гаджет йәки бионик протез. Ҡатмарлы атамалы протез сетерекле, етди хеҙмәт һөҙөмтәһе. XXI-се быуатта инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән иң алдынғы техник асыштарҙың береһе ҡулдарҙың мускулдары ярҙамында хәрәкәт итә. Протез ярҙамында һүрәт төшөрөргә, һыуҙа йөҙөргә, велосипедта йөрөргә, фортепианола уйнарға мөмкин.

Күп функциялы ҡоролма һәр кешенең шәхси үлсәмдәре буйынса яһала. Протездың тән күҙәнәктәренә ҡарата һиҙеүсәнлеге көслө. Шуға ла ваҡ әйберҙәрҙе тотоп әүҙем хәрәкәт итеп була. Быға тиклем Сколково белгестәре генә яһаған протездар Башҡортостанда ла эшләнә башлаясаҡ. Рәсәй төбәктәре араһында пилотлы проект тәү башлап республикала тамыр аласаҡ.

Марат Латипов, Рәсәй социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлеге етәксеһе: “Сколькованан килеп презентация үткәрҙеләр. Уларҙың балаларға тәғәйенләнгәне беҙгә ҡәҙерле”.

Ҡиммәтле протездар өсөн сығымдарҙы төбәк социаль страховка фонды үҙ өҫтөнә ала. Быйыл 385 кешегә заманса протез ҡуйыр өсөн фонд тарафынан 33 млн һум аҡса бүленгән. Ғөмүмән, республика граждандарының техник яҡтан реабилитация сараларына 1 млрд һум аҡса бүленгән.

Ярты миллион тирәһе торған ҡиммәтле протездар быға тиклем сит ил ҡаҙанышы булһа, хәҙер мохтаждар уны республикала ла таба ала. Тәү сиратта, был мөмкинлек кескәйҙәргә ҡағыла. Табиптар балаға протез кәрәк тигән ҡарар сығарғас та, пациентҡаул эшләнә башлай.

Автор: Флорида Ким.

Рәсәйҙә аналогы булмаған уникаль протездар Башҡортостанда эшләнә башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров