Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе дүрт йәшлек Азалия Ниғмәтйәноваға ярҙам кәрәк!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе дүрт йәшлек Азалия Ниғмәтйәноваға ярҙам кәрәк! https://bash.news/news/85962_strletama_alaynda_jshse_drt_jshlek_azaliya_nimtjnovaa_yaram_krk
11 дек 2018, 21:23

Бала һирәк осрай торған ауырыуҙан интегә һәм яҡындары уны Израилгә дауаларға алып барырға йыйына. Ҡыҙҙа Ретта синдромы. Миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Ҡапыл ҡысҡырып ебәрә, телевизорға барып ҡаплана. Дүрт йәшлек Азалиянең ҡыланыштарына ҡарап, тиктормаҫ бала, тип уйларға мөмкин. Тик эш унда түгел. Ҡыҙ ауыр сирҙән яфалана. Йәш ярымға тиклем ул башҡа сабыйҙарҙан айырылмаған. Ҡулдарын гел ҡоршап, кәүҙәһе менән тартылыуын күҙәткән ата-әсәһе табиптарға мөрәжәғәт иткән.

Бер йыл элек кенә генетик анализ яһағандан һуң ҡурҡыныс диагноз ҡуйылған. Ретта синдромы. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда уның менән ике бала ғына ауырый. Рәсәйҙә дауалау өсөн ысулдар, күрәһең, уйлап табылмаған. Бары массаж кеүек курстар үтеү ҡаралған. Азалияны атаһы ҡарай. Әсәһе әле икенсе бәпестәре менән декрет ялында. Махсус балалар баҡсаһына йөрөтә, тәүлек әйләнәһенә тиерлек күҙҙән яҙҙырмай.

Айҙар Ниғмәтйәнов, Азалияның атаһы: “Ҡыҙым башҡалар кеүек булһын өсөн тәрбиәләргә, сәләмәтлеген яҡшыртырға тырышабыҙ”.

Ҡыҙ тирә яғындағыларға битараф, уйынсыҡтар ҙа уны ҡыҙыҡһындырмай, тиерлек. Тыны ҡыҫылыуҙан интегә, бер туҡтауһыҙ ҡулдарын ҡоршай. Һөйләшмәй. Үҙенә атап өндәшкәнде лә тыңламай. Атаһы уны реабилитация курстарына йөрөтә. Яҡшырыу бер нисә процент тирәһе генә, ти. Интернет аша ул был сирҙең Израилдә дауалап булыуын белеп ҡалған. Ҡыҙҙың яҙмышына битараф булмаған һәр кемдән ғаилә ярҙам көтә.

Айҙар Ниғмәтйәнов, Азалияның атаһы: “Өмөт уянды. Мин Израилдағы клиникаға шылтыратып һөйләштем. Реабилитацияға бер миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Унда тәүҙә тикшереү үткәрәләр, артабан дауалау. Сит ерҙә бер ай тирәһе йәшәргә кәрәк була”.

Ретта синдромы- психоневрологик ауырыу. Австрия ғалимы Андреас Ретто тарафынан 1966 йылда асыҡланған. Сир гендар мутацияһы менән аңлатыла. Ул Х хромосомаһына бәйле. Малайҙарҙа был хромосома парлы булмағанға бәйле, ауырыу, ғәҙәттә, ҡыҙҙарҙа осрай. 10-15 мең тыуымға унау тирәһе. Баланың аҡылы үҫешмәй. Нервы системаһы зарарлана, йәше барған һайын хәле ауырлаша. Ҡаты сир Азалияға тура килгән. Әйтергә кәрәк, уның атаһы ла өсөнсө төркөм инвалиды. Сабыйҙың яҙмышына битараф булмаған һәр кем экрандағы иҫәпкә аҡса күсерә ала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе дүрт йәшлек Азалия Ниғмәтйәноваға ярҙам кәрәк!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд