Мәскәү Кремле музейҙары фонды һәм Ҡорал палатаһы хазинаһы – Өфөлә

Мәскәү Кремле музейҙары фонды һәм Ҡорал палатаһы хазинаһы – Өфөлә https://bash.news/news/85966_msk_kremle_muzejary_fondy_m_oral_palatay_xazinay_fl
11 дек 2018, 21:34

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында уҙған быуаттарҙа ҡойолған булат ҡылыстар, батша кейемдәрен, атты парадҡа сығарғанда ҡулланылған предметтарҙы күрергә мөмкин буласаҡ. Теүәл бер аҙнанан, 18 декабрҙә күргәҙмәне асыу тантанаһы үтәсәк. Әлегә Мәскәү реставраторҙары баш ҡала музейында экспонаттарҙы урынлаштырыу менән мәшғүл.

Ҡорал палатаһының хазинаһы тәүге тапҡыр республика халҡы иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Иран, Төркиә оҫталары ҡойған булат ҡылыстар, ҡалҡан һәм башҡа хәрби ҡоралдар - Мәскәүҙән барлығы 59 экспонат күргәҙмәгә килтерелә. Уларҙың күбеһе Рус батшаларына бүләк ителгән була. Дәүләт етәкселәренең парад кейемдәре лә музей ҡунаҡтарын хайран ҡалдырыр тип көтөлә.

Федор Панфилов, Мәскәү кремле музейҙары ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты: “Витринала шулай уҡ Мәскәү батшаларына ҡараған 17-се быуат ҡоралдар менән танышырға мөмкин. Бында дипломат бүләктәр ҙә ҡуйылған. Императорҙарҙың арсенал йыйылмаһы бар. Голландия, Англиянан килтерелгән боронғо хәрби кейемдәр һәм ҡоралдарҙы күрергә була. Германия менән Австрияға арналған экспонаттар мөйөшө лә иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, ул һунарсылыҡҡа арналған. Ҡорал палатаһында һаҡланған хазинаның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ”.

Мәскәү Кремле музейҙары ғилми хеҙмәткәрҙәрен сәғәттәр буйы тыңларға мөмкин. Ҡорал Палатаһынан килтерелгән һәр экспонат хаҡында улар бай мәғлүмәт туплаған. Әйтәйек, был Ирандан Реджап Али Исфахани әҙерләгән булат ҡылыс. Янында ҡиммәтле таштар, алтын һәм көмөш менән биҙәлгән ҡоралды Төркиә оҫтаһы ҡоростан ҡойған. Әйткәндәй, был күргәҙмәне ойоштороу өсөн бағыусылар көсө менән Михаил Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында махсус рәүештә витриналар һатып алына.

Айрат Тереғолов, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры: “Күргәҙмә 18 декабрҙән киләһе йылдың мартына тиклем эшләйәсәк. Тематикаһы - Рус батшалары һәм императорҙарының арсеналына арналған. Экспонаттарҙың күбеһе фондтарҙа һаҡлана һәм тәүгә Кремль музейҙарынан ситтә ойошторолған күргәҙмәгә ҡуйылған”.

Йондоҙҙар алһыу таштар менән уйнаған кеүек. Ысынында был гәлсәр. Ун етенсе быуат өсөн хас декоратив алым - сағыу төҫ булдырыр өсөн гәлсәр артына ҡыҙыл төҫтә ҡурғаш ҡуйыла. Аҫыл таш - топаз менән биҙәлгән был комплект атты парадҡа сығарыу өсөн ҡулланылған. Күреүегеҙсә, минералдар гәүһәр кеүек балҡый.

Мария Вилкова, Мәскәү кремле музейҙары ғилми хеҙмәткәре: “Был комплекты Елизавета Петровна Иван Шуваловҡа бүләк итә. Артабан ул император ғәли йәнәптәре кабинетына кире ҡайта һәм Екатерина Икенсе ҡарамағында була. 1810 йылдан Ҡорал палатаһында һаҡлана. Экспонат Рәсәй биләмәһендә күргәҙмәгә тәүге тапҡыр сығарылды”.

Өс килограмм ярымлыҡ көмөш сынйыр, тимер тубыҡсалар, ҡиммәтле таштар менән биҙләгән эйәрҙәр - быларҙың барыһы ла хәҙер Нестеров исемендәге дәүләт художество музейы ҡарамағында. Ваҡытлыса ғына, шулай ҙа өс ай дауамында был хазина тап баш ҡала үҙәгендә һаҡлана.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Мәскәү Кремле музейҙары фонды һәм Ҡорал палатаһы хазинаһы – Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа