Өфөнөң Максимовка биҫтәһендә фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Өфөнөң Максимовка биҫтәһендә фельдшер-акушер пункты төҙөлә https://bash.news/news/85978_fn_maksimovka_bitend_feldsherakusher_punkty_tl
12 дек 2018, 09:18

Максимовка биҫтәһендә ете меңдән ашыу кеше йәшәй. Беренсе ярҙам күрһәтеү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында, урында фельдшер-акушер пункты төҙөлә. Уны майҙаны 600 кв.метр тәшкил итә.

Өфөнөң Максимовка биҫтәһендә фельдшер-акушер пункты төҙөлә
Өфөнөң Максимовка биҫтәһендә фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Фельдшер-акушер пунктында ҡабул итеү бүлмәләре буласаҡ. Урындағы халыҡты терапевт, педиатр, хирург, гинеколог хеҙмәтләндерәсәк. Шулай уҡ, көндөҙгө стационар эшләйәсәк.

Башлыса, ФАП-тар дауаханаларҙан йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙа булдырыла. Был урындағы халыҡҡа ваҡытында медицина ярҙамын күрһәтеүгә мөмкинлек бирә.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA