Башҡортостанда «Ауыл педагогы» программаһын тормошҡа ашырыу күҙаллана

Башҡортостанда «Ауыл педагогы» программаһын тормошҡа ашырыу күҙаллана https://bash.news/news/85979_bashortostanda_auyl_pedagogy_programmayn_tormosha_ashyryu_kallana
12 дек 2018, 14:21

Республикала "Ауыл педагогы" программаһын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Программа йәш уҡытыусыларҙы ауыл ерлегендә йәшәргә һәм эшләргә дәртләндерәсәк. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин хәбәр итте.

Башҡортостанда «Ауыл педагогы» программаһын тормошҡа ашырыу күҙаллана
Башҡортостанда «Ауыл педагогы» программаһын тормошҡа ашырыу күҙаллана

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, ауылдарға йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итеү программаһын булдырыуҙы һорай. Яңы программа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән программаға оҡшаш. Шулай уҡ, Радий Хәбиров белдереүенсә, ауыл ерлегендә эшләгән педагогтар категорияһы өҫтәлмә рәүештә финансланасаҡ.

Башҡортостанда бихисап уҡытыусылар әҙерләнә, тик улар башҡа өлкәлә хеҙмәт итә. Был ҙур проблема.

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа