Республикала 2020 йылға 49 балалар баҡсаһы төҙөләсәк

Республикала 2020 йылға 49 балалар баҡсаһы төҙөләсәк https://bash.news/news/85980_respublikala_2020_jyla_49_balalar_basay_tlsk
12 дек 2018, 14:51

Башҡортостанда 2020 йылға тиклем 49 балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Бынан тыш, элекке балалар баҡсалары биналарын мәктәпкәсә белем биреү системаһына ҡайтарыу күҙаллана. Был хаҡта республиканың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы хәбәр итте.

Республикала 2020 йылға 49 балалар баҡсаһы төҙөләсәк
Республикала 2020 йылға 49 балалар баҡсаһы төҙөләсәк

Балалар баҡсалары республиканың Өфө, Күмертау, Бәләбәй ҡалалары, шулай уҡ, Стәрлетамаҡ, Белорет, Борай, Ейәнсура, Краснокама, Мәсетле, Салауат, Саҡмағош һәм Өфө райондарында төҙөләсәк. 2019 йылға 26 баҡса төҙөлөшө тамамланасаҡ, ҡалған 23 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2020 йылға сафҡа инәсәк.

Был маҡсатта федераль ҡаҙнанан яҡынса 4,4 млрд һум, төбәк бюджетынан 2 млрд һум бүленәсәк. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының уртаса хаҡы 100-150 млн һум. Беҙ Төбәк Башлығы ҡуйған күрһәткестәргә ынтылабыҙ: 2024 йылға өс йәшкә тиклемге балалар өсөн баҡсаларға сиратты бөтөрөү. Шуға күрә, аҡсалар, тәү сиратта, кескәй төркөмдәр булдырыуға йүнәлтеләсәк.

Мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна