Төбәктә "Башавтотранса" автопаркы 20 яңы автобустар менән тулыланасаҡ

Төбәктә "Башавтотранса" автопаркы 20 яңы автобустар менән тулыланасаҡ https://bash.news/news/85983_tbkt_bashavtotransa_avtoparky_20_yay_avtobustar_menn_tulylanasa
12 дек 2018, 15:19

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә кәңәшмә үтте. Уның барышында, йәмәғәт транспортында пассажирҙарҙы ташыу һорауы күтәрелә. Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Төбәктә Башавтотранса автопаркы 20 яңы автобустар менән тулыланасаҡ
Төбәктә Башавтотранса автопаркы 20 яңы автобустар менән тулыланасаҡ

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары билдәләүенсә, ҡалала законлы рәүештә ете ойошма пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә. Уның фекеренсә, ҡала транспортының төп проблемалары булып водителдәр һаны етешмәү, транспорт сараларының иҫкереүе һәм легаль булмаған ташыусылар тора. Күптән түгел төбәктә законһыҙ эш итеүсе ташыусыларға ҡарата рейдтар үтте, һөҙөмтәлә, йәмәғәт транспорты һаны кәмей.

Тиҙҙән "Башавтотранс" ДУП-ының Стәрлетамаҡ филиалы автопаркы егерме автобус менән тулыланасаҡ. Көнөнә уртаса 3-4 автобус, техник торошо сәбәпле, маршруттан сыға. Көн һайын халыҡты 75 берәмек техника хеҙмәтләндерә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна