Башҡортостанда үҫмерҙәр 10 мең һумлыҡ ҡул сәғәте урлауҙа ғәйепләнә

Башҡортостанда үҫмерҙәр 10 мең һумлыҡ ҡул сәғәте урлауҙа ғәйепләнә https://bash.news/news/85985_bashortostanda_merr_10_me_umly_ul_ste_urlaua_jepln/?lang=bash
12 дек 2018, 10:36

Ишембай районында үҫмерҙәр ҡул сәғәте урлауҙа ғәйепләнә. Полицияға ғариза менән саүҙа нөктәһе хужаһы мөрәжәғәт итә. Ул ҡул сәғәте юғалыуы тураһында хәбәр итә.

Башҡортостанда үҫмерҙәр 10 мең һумлыҡ ҡул сәғәте урлауҙа ғәйепләнә
Башҡортостанда үҫмерҙәр 10 мең һумлыҡ ҡул сәғәте урлауҙа ғәйепләнә

РБ буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Өфөнән дүрт үҫмер Ишембайға дуҫтарына килә. Улар сауҙа үҙәге буйлап йөрөгәндә, ябыҡ һатыу нөктәһен шәйләп ҡала. Ике егет быяла кәштәне ярып, унан 10 000 һумлыҡ сәғәт урлай. Ваҡиғаға ике ҡыҙ шаһит була.

Ғәйепләнеүселәрҙең шәхесе билдәләнә. 17, 18 йәшлек йәш үҫмерҙәр булып сыға. Уларҙың шундай уҡ енәйәт эшендә ҡатнашыуы асыҡлана. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста