Радий Хәбиров Торатау менән Йөрәктауҙы ЮНЕСКО исемлегенә индерә

Радий Хәбиров Торатау менән Йөрәктауҙы ЮНЕСКО исемлегенә индерә https://bash.news/news/85989_radij_xbirov_toratau_menn_jrktauy_yunesko_isemlegen_inder
12 дек 2018, 11:00

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Ҡарарҙан һуң, геопарк Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелергә тейеш.

Радий Хәбиров Торатау менән Йөрәктауҙы ЮНЕСКО исемлегенә индерә
Радий Хәбиров Торатау менән Йөрәктауҙы ЮНЕСКО исемлегенә индерә

Билдәле булыуынса, парк республика мираҫын һаҡлау, шулай уҡ, туризм үҫеше маҡсатында булдырыла. Хөкүмәт «Торатау» геопаркын булдырырға бурыслы. Уның исемлегенә «Торатау» һәм «Йөрәктау» тәбиғәт һәйкәлдәре инәсәк. .

Һөҙөмтәлә, Торатау менән Йөрәктау федераль һәм халыҡ-ара һаҡлау статусы ала. Шулай итеп, объекттарҙа хужалыҡ эшмәкәрлеген башҡарырға тыйыла.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Баширов: " Хөкүмәт тарафынан ҡул ҡуйылған килешеүҙә республика «Сода»предприятиеһын һаҡлап алып ҡалыуҙы бурыс итеп ала. Дәүләткә был йылына яҡынса 10 млрд һум килем, уларға беҙ мәктәп, поликлиника, спорт ҡоролмалары төҙөйбөҙ,биләмәләрҙе төҙөкләндерәбеҙ".

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд