Төбәктә һауа торошо боҙола

Төбәктә һауа торошо боҙола https://bash.news/news/85998_tbkt_aua_torosho_boola
12 дек 2018, 12:21

Башҡортостанда шаршамбы, 12 декабрҙә, томан төшөүө көтөлә. Республика халҡына иртәнге сәғәттәрҙән һауа торошоноң боҙолоуо хаҡында хәбәрҙәр килә. Томан көн дауамында һаҡланасаҡ.

Төбәктә һауа торошо боҙола
Төбәктә һауа торошо боҙола

Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итеүенсә, бөгөн, 12 декабрҙә, төбәккә ҡуйы томан төшәсәк. Юлдарҙың айырым өлөштәрендә боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Әлеге ваҡытта башҡалала томан, һауа температураһы һигеҙ градус һалҡын.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, үҙ сиратында, автоһәүәҫкәрҙәргә иғтибарлы булырға саҡыра. Водителдәргә тиҙлек режимын, хәүефһеҙлек дистанцияһын һаҡларға кәңәш ителә.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество