Өфө мәктәптәренең береһендә, боросло баллон ҡулланыу сәбәпле, 15 уҡыусы зыян күрә

Өфө мәктәптәренең береһендә, боросло баллон ҡулланыу сәбәпле, 15 уҡыусы зыян күрә https://bash.news/news/86005_f_mktptrene_bereend_boroslo_ballon_ullanyu_sbple_15_uyusy_zyyan_kr
12 дек 2018, 13:08

Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн, 12 декабрҙә, Өфөнөң Дим районы мәктәптәренең береһендә теркәлә. Был хаҡта башҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.

Өфө мәктәптәренең береһендә, боросло баллон ҡулланыу сәбәпле, 15 уҡыусы зыян күрә
Өфө мәктәптәренең береһендә, боросло баллон ҡулланыу сәбәпле, 15 уҡыусы зыян күрә

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы икенсе ҡатта боросло баллонды ҡуллана. Һөҙөмтәлә, ун биш уҡыусы табиптарға мөрәжәғәт итә.

Табиптар һигеҙ баланы тиҙ ярҙам машинаһы менән дауаханаға оҙата. Мәктәп уҡыусылары эвакуациялана, әле бина елләтелә. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа