Төбәк халҡы сәләмәтлеген хәстәрләп

Төбәк халҡы сәләмәтлеген хәстәрләп https://bash.news/news/86041_tbk_xaly_slmtlegen_xstrlp
12 дек 2018, 21:48

Өфөлә Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты. Унда билдәләнеүенсә, бөгөн ҡала дауаханаһында 212 табип һәм 700 медицина персоналы эшләй. Тағы ла 35 белгес талап ителә. Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы төбәккә ҡайтасаҡ йәштәргә шарттар тыуҙырыласаҡ һәм улар лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин ителәсәк тип ышандырҙы.

Борис Беляев, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы: “Беҙгә иҡтисадтан тыш, медицина өлкәһендә лә егелеп эшләгән белгестәр ҡайтыуы мөһим. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүсе табиптарға мохтажлыҡ бар. Күмертауҙа муниципаль-ара медицина үҙәге эшләй. Унда эшләр өсөн үҙ эшенең оҫтаһы булған профессионалдарҙы көтәбеҙ”.

Ҡала дауаханаһына беренсе звено белгестәре: терапевтар, педиатрҙар һәм шулай уҡ онколог, невролог, анестезиолог талап ителә. Студенттарҙы беренсе сиратта тыуған яҡтарында уҡыу практикаһын үтеү мөмкинлеге һәм эшкә урынлашыу мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындырҙы.

Рәмил Ансаров, Башҡорт дәүләт медицина университетының 6-сы курс студенты: “Уҡырға “целевой” алдым. Күмертауға эшкә ҡайтасаҡмын”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Төбәк халҡы сәләмәтлеген хәстәрләп

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров