Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 101-се мәктәптә 10-сы синыф уҡыусыһы боросло газ баллонын ҡулланған

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 101-се мәктәптә 10-сы синыф уҡыусыһы боросло газ баллонын ҡулланған https://bash.news/news/86043_fn_dim_bitendge_101se_mktpt_10sy_sinyf_uyusyy_boroslo_gaz_ballonyn_ullanan
12 дек 2018, 22:01

Белем усағының икенсе ҡатындағы бүлмәләрҙең береһендә һиптерелгән газ тиҙ арала тирә-йүнгә тарала. Һөҙөмтәлә 15 бала мәктәптең медицина кабинетына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. 8-нә ашығыс ярҙам саҡыртыла. Улар әлеге ваҡытта 22 дауаханала.

Үҙәк диспетчер хеҙмәтенә Өфөнөң 101-cе мәктәбендә унынсы синыф уҡыусыһы газ баллонын ҡулланыуы хаҡындағы хәбәр иртәнге сәғәт ун беренсе яртыла алына. Ҡотҡарыу хеҙмәте килгәнсе балалар икенсе ҡаттан беренсе ҡатҡа эвакуациялана. Мәктәпкә ингән видеокамераларҙан уҡыусыларҙың хәүефһеҙ урынға күскәне, биттәрен ҡаплағандары күренә.

Юрий Николаенко, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дим районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Боросло газ баллоны һатыуҙа бар, был һаҡланыу сараһы менән бөтә кеше ҡуллана ала, әммә ул 18 йәшкә тиклем балаларға һатылмай, был осраҡты полиция органдары тикшерә”.

Өфөнөң 101-cе мәктәбенән ашығыс ярҙам һигеҙ баланы 22 дауаханаға алып килгән. Табиптар ҡазаланыусыларға ашығыс медицина ярҙамы күрһәткән. Уларҙың бишәүһенең хәле бер ни тиклем яҡшыра төшкән, өсәүһе әлегә реанимацияла ҡала.

Ирина Казакова, Өфөнөң 22-cе ашығыс ярҙам дауаханаһының баш табип урынбаҫары: “Беҙгә ашығыс ярҙам машинаһында 11-16 йәштәрҙәге 8 уҡыусы килтерелде. Улар әлеге ваҡытта дауаханала. 3 баланың хәле тотороҡло, улар палатаға күсерелде, бишәүһе реанимацияла. Ҡаза күргән балаларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә, хәлдәре уртаса”.

Балаларҙың яҡындарына был хаҡта ата-әсәләр комитеты вацаптан хәбәр итә. Ҡаза күргән һигеҙ балаға ла ата-әсәһе барып хәлен белгән. Иң беренсе булып дауаханаға оҙатылған ҡыҙҙың яҡындары ғына тынғы тапмай.

Мөнирә Хөсниева, ҡаза күреүсе баланың өләсәһе: “Яңы ғына дауахананан сыҡҡайны, хәҙер тағы шунда кире барып ятты. Хәле уртаса, һап-һары”.

Дим биҫтәһендәге 101 мәктәптә балалар ике сменала белем ала. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң уҡыусылар өйҙәренә ҡайтарылған. Икенсе смена килеүгә бүлмәләр елләтелеп кабинеттар тикшерелгән.

Ирек Усманов, Өфөнөң Дим районы мәғариф бүлеге етәксеһе: “Бындай осраҡтар ҡабатланмаһын өсөн, ата-әсәләр балаларына уйындан уймаҡ сығыуы хаҡында киҫәтергә тейеш. Бала ла бындай хәл буласағын белмәгән”.

Балаларҙы иртән иң беренсе булып ҡаршылаған вахтер ҙа аптырашта. Ғәҙәттән тыш хәл мәктәптә тәүгеһе һәм һуңғыһы булһын тигән теләктә.

Гөлсәсәк Шәрәфетдинова, вахтер: “Һәр саҡ уларҙы ҡарап, тикшереп торабыҙ. Хәҙер тағы ла ентекләберәк тикшерәсәкбеҙ”.

Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 101-cе мәктәптә булған ғәҙәттән тыш хәл осрағына Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы мабуғат хеҙмәте аңлатмаһы:

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, газ баллонын мәктәптә унынсы синыфта белем алған уҡыусының береһе ҡулланған. Полиция хеҙмәте уның ата-әсәһенә ҡарата бәлиғ булмаған баланы тәбиәләүҙә үҙ бурыстарын үтәмәгән өсөн администртив протокол төҙөгән. Полиция хеҙмәте тарафынан ваҡиға сәбәптәре асыҡлана”.

Нисек кенә булмаһын, белем биреү учреждениеһында газ ҡулланыу осрағы үҫмерҙәр менән эшләү тейешле кимәлдә булмауы, хәүефһеҙлек дәрестәрендә был осраҡ хаҡында аңлатылмауы хаҡында иҫкәртә. Закон буйынса улдарының ҡылығы өсөн ата-әсәһе яуап тота. Әммә был хәл башҡа ҡабатланмаҫ ип кем гарантия бирә, ҡазаға юл ҡуйырҙан алда ,уны иҫкәртеү яҡшыраҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 101-се мәктәптә 10-сы синыф уҡыусыһы боросло газ баллонын ҡулланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий