Төтөн ҡайҙан сыға?

Төтөн ҡайҙан сыға? https://bash.news/news/86055_ttn_ajan_sya
12 дек 2018, 23:08

Һауала зарарлы матдәләр коэффициенты норманан ашҡан осраҡта, Сибай шахталары эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатыласаҡ. Ҡаланы баҫҡан һөрөм һәм ауыр еҫ карьер эсенән сыға. Был турала бөгөн Сибайҙа үткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында белдерелде. Ҡала өҫтөндәге һауаның пробаһын алыу өсөн Сибайҙа республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының күсмә лабораторияһы эшләй.

Сибайҙа һауаның көкөрт газдары менән бысраныу осрағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы күҙәтеүендә. Белгестәр осраҡты файҙаланылмаған шахтала баҡыр рудаһы окисләнеүе һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан көкөртлө водород төтөнө таралыуы менән бәйләй. Әле ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штаб төҙөлгән, эшкә 18 берәмек техника һәм 37 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

Сибай ҡалаһы өҫтөндә сәйер еҫ ноябрь урталарынан алып күҙәтелеүе билдәле. Ә инде Халыҡтың үҙен насар тоя башлауы һуңғы ике тәүлектә күҙәтелгән. Улар башлыса баш әйләнеүгә, тын алыу ауырлашыуына, йүтәл йонсотоуына зарлана. Мәғариф ветераны Ратмир Бейешов әйтеүенсә, Атмосфераның бысраныуы Сибайҙа тәүгә күҙәтелмәй.

Ратмир Бейешов, мәғариф ветераны: “Балаларға махсус флюгер эшләгән инем. 3-4 көн буйына ул әйләнмәй, ел юҡ. Шуға күрә еҫ сыға башланы”.

Был хәлгә бәйле ҡала хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы үтте. Ҡала өҫтөндәге һауаның пробаһын алыу өсөн урында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының күсмә лабораторияһы эшләне. Алынған өлгөләргә ярашлы, һауала Дигидросульфид химик элементының норманан ашыуы асыҡланған.

Исхаҡ Ғилмуллин, ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының Сибай бүлексәһе етәксеһе: “Рөхсәт ителгән концентрация бар. Беренсе тикшереүҙә норманан ашыу бар ине, икенсе тапҡыр тикшергәндә норманан үтмәне".

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл бөгөн ныҡлы контролгә алынған. Халыҡҡа бер ниндәй ҙә зыян янамай. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселеге карьерҙа эштең туҡтатылмауын хәбәр итте.

Йәүҙәт Биккинов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәксеһе: “Карьерҙан һыу менән тау массаһын аҫҡа төшөрәбеҙ”.

Сибай ҡалаһында йәшәүселәр әйтеүенсә, әсе төтөн еҫе бигерәк тә төнгө сәғәттәрҙән иртәнге ун-ун бергә тиклем көслө булған. Белгестәр был күренеште баҫым түбәнәйеүе менән аңлата. Әлеге ваҡытта ҡала өҫтөндә төтөн һиҙелмәй, ел сығыуы күҙәтелә. Ә инде күсмә лаборатория Сибайҙа тағы бер нисэ көн дауамында эшләйәсәк.

Илдар Сәйетгәрәев, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Сибайҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостандағы баш идаралығының төбәк-ара оператив штабы эшләй. Һауаның бысраныу сәбәптәре асыҡлана, килеп сыҡҡан хәлде бөтөрөү саралары күрелә. Ваҡиғаны ведомство контролдә тота”.

Ҡала өҫтөндәге төтөндөң 15 ноябрҙән күҙәтелеүе билдәләнде. Социаль селтәрҙәрҙә күптәр үҙҙәрен насар тойоуға, баш әйләнеү һәм йүткереүҙән йонсоуға зарлана. Ата-әсәләр, тәү сиратта, балаларының сәләмәтлеге өсөн борсола.

Луиза, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: “Кисә кис насар еҫ таралыу сәбәпле, өй тәҙрәләрен ябырға тура килде. Балалар менән тышҡа сығыуҙы онотоп торҙоҡ. Үҙебеҙ ҙә тышҡа сығырға ҡурҡабыҙ, сөнки һаулыҡҡа зыян килеүе ихтимал”.

Төтөн ҡайҙан сыға?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна