Башҡортостандың Финанс министры вазифаһын башҡарыу Лира Иғтисамоваға йөкмәтелде

Башҡортостандың Финанс министры вазифаһын башҡарыу Лира Иғтисамоваға йөкмәтелде https://bash.news/news/86056_bashortostandy_finans_ministry_vazifayn_basharyu_lira_itisamovaa_jkmtelde
12 дек 2018, 23:12

Бындай Указға Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Лира Закуан ҡыҙы Иғтисамова 1977 йылда Туймазы ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акедемияһы аспирантураһын, Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Республика Финанс министрлығында башлаған белгес һуңғы йылдарҙа ведомство етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән. Лира Иғтисамова Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы тигән маҡтаулы исем йөрөтә.

Башҡортостандың Финанс министры вазифаһын башҡарыу Лира Иғтисамоваға йөкмәтелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна