Рәсәйҙең төп законына - 25 йыл

Рәсәйҙең төп законына - 25 йыл https://bash.news/news/86057_rsje_tp_zakonyna_25_jyl
12 дек 2018, 23:16

Ил конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә раҫланды. Иҫтәлекле көн уңайынан бөгөн "Беҙ Рәсәй граждандары" конкурсының финалына сығыусыларға Рәсәй паспорттарын тапшырыу тантанаһы үтте. Һәләтле үҫмерҙәр, уҡыуҙа, спортта һәм йәмәғәт тормошонда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән мәктәп уҡыусылары комиссия ағзаларына төп закондың тормошобоҙҙағы әһәмиәте тураһында эштәрен тәҡдим итте. Шәхес таныҡлығын малай-ҡыҙҙарға Александр Сидякин тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе балаларҙы байрам менән тәбрикләп уларға уңыштар теләне.

Александр Сидякин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе: “Конституция действительно фундамент, главный правовой акт страны, написанная конституция имеет конкретный текст, по ней определяются и полномочия президента страны и парламента и роль нашей республики в федеративных отношениях”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Рәсәйҙең төп законына - 25 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд