Рәсәй-Ҡытай уйындары

Рәсәй-Ҡытай уйындары https://bash.news/news/86061_rsjytaj_ujyndary
12 дек 2018, 23:36

Рәсәй-Ҡытай уйындары барышында Өфөлә дүрт спорт объекты - Өфө-Арена, Спорт һарайы, Биатлон комплексы һәм тау саңғыһы трассаһы йәлеп ителәсәк. Әлеге ваҡытта белгестәр һәр бер миллиметрҙы иҫәпкә алып, халыҡ-ара уйындар өсөн яңынан билдәләр һыҙа. Был аңлашыла, сөнки бәләкәй генә етешһеҙлек тә спортсылар яҙмышын хәл итә.

Ҡатнашыусылар үҙҙәрен биш спорт төрөндә һынап ҡарай. Рәсәй йыйылма командаһы составына шулай уҡ башҡорт спортсылары ла ингән. Республика данын улар хоккей, сноуборд буйынса яҡлай. Өфө-Аренаһындағы боҙ ике сантиметрға тиклем ҡалынайтыла. Шулай уҡ унда судъялар өсөн халыҡ-ара уйын талаптарына яуап биргән электрон система ҡуйыла.

Ә бына спорт һарайы күләмле бәйгене ҡабул итергә тулыһынса әҙер. "Биатлон" спорт комплексында 8 мең кубометрҙан ашыу яһалма ҡар яуҙырылған. Был объектта өс саҡрымға тиклем арауыҡта саңғысылар үҙ-ара көс һынашасаҡ. Өфө Рәсәй-Ҡытай уйындарына етди әҙерләнә, сөнки бөтә ил буйынса баш ҡалабыҙ тарихта беренсегә йәштәр ҡышҡы уйындарын ҡабул итә.

Автор: Фәниә Юланова.

Рәсәй-Ҡытай уйындары

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд