Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын йөҙ йәше тулыуы менән ҡотланылар

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын йөҙ йәше тулыуы менән ҡотланылар https://bash.news/news/86066_fl_bjk_vatan_uyshy_veteranyn_j_jshe_tulyuy_menn_otlanylar
13 дек 2018, 09:45

12 декабрҙә Татьяна Колесникова үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Ул Сталинград өсөн барған алышта ҡатнаша. Ветеранды тыуған көнө менән Өфөнөң Дим районы хакимиәте Сергей Плотников ҡотланы.

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын йөҙ йәше тулыуы менән ҡотланылар
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын йөҙ йәше тулыуы менән ҡотланылар

Ҡотлау һүҙҙәренән тыш, йөҙйәшәр ветеран бүләктәр алып ҡыуанды. Татьяна Колесникова Ырымбур өлкәһендә тыуа. Бишенсе синыфты тамамлағас, эшкә урынлаша. Дүрт йыл дауамында ветеран Алыҫ Көнсығышта яуҙа ҡатнаша, дошман пуляһы эләгә, әммә тере ҡала.

1945 йылдың сентябрендә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Һуғыш ветеранына һаулыҡ, ҡыуаныстар , ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество