Өфөлә полиция хеҙмәткәренә 1 миллион һум аҡса тәҡдим иткән дарыухана мөдире хөкөм ителә

Өфөлә полиция хеҙмәткәренә 1 миллион һум аҡса тәҡдим иткән дарыухана мөдире хөкөм ителә https://bash.news/news/86068_fl_policiya_xemtkren_1_million_um_asa_tdim_itkn_daryuxana_mdire_xkm_itel
13 дек 2018, 09:54

Дарыухананың элекке мөдиренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ул полиция хеҙмәткәренә ришүәт биреүҙә ғәйепләнә. Ғәйепләнеүсе 1 миллион һум аҡса тәҡдим итә.

Өфөлә полиция хеҙмәткәренә 1 миллион һум аҡса тәҡдим иткән дарыухана мөдире хөкөм ителә
Өфөлә полиция хеҙмәткәренә 1 миллион һум аҡса тәҡдим иткән дарыухана мөдире хөкөм ителә

Ағымдағы сентябрь айында полиция хеҙмәткәрҙәре дарыуханала препараттарҙы урлау осрағы буйынса тикшереү үткәрә. Енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан ҡасыу маҡсатында, ғәйепләнеүсе полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим итә. Уның аралашсыһы танышы була. Ул полицияға бара һәм 1 миллион һум күләмендә аҡса тәҡдим итә.

Полиция хеҙмәткәре шунда уҡ етәксеһенә мөрәжәғәт итә. Аҡсаны тапшырғандан һуң, ҡатын ҡулға алына. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Енәйәт эше судҡа тапшырыла.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA