Кесе йома, 13 декабрҙә, Өфө аэропортына туристар менән самолет ултырҙы. Барлығы 374 пассажир тыуған яғына имен ҡайтыуға өлгәшә. Туроператорҙың пассажирҙар ташыусы алдында бурысы сәбәпле, сәхәйәтселәр Ҡытайҙың Хайкоу провинцияһынан ҡайта алмай.
«Өфө» Халыҡ-ара аэропортының матуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, осоу ваҡыты һигеҙ сәғәт ун минут дауам итә. Тәүге тотҡарлыҡтан (07.00 11.12.18) 50 сәғәт 30 минут тәшкил итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «ИрАэро» авиакомпанияһы етенсе декабрҙә туроператорҙың бурысы сәбәпле, осоуҙо туҡтата. Шулай уҡ, 11 декабрҙә башҡалаға осасаҡ алдан килешелгән рейс та кире ҡағыла. «ИрАэро» авиакомпанияһы хәбәр итеүенсә, бурысты тулы күләмдә ҡайтарғандан һуң ғына, осоу тергеҙеләсәк.