Өфөнөң Жуков урамында авария хәлендәге подъезда йәшәүселәрҙе күсерәләр

Өфөнөң Жуков урамында авария хәлендәге подъезда йәшәүселәрҙе күсерәләр https://bash.news/news/86090_fn_zhukov_uramynda_avariya_xlendge_podezda_jshselre_kserlr
13 дек 2018, 14:02

Жуков урамындағы 5/1 адресы буйынса урынлашҡан йорт авария хәлендә тип табыла.Йорт айырым контроль аҫтына алына.

Өфөнөң Жуков урамында авария хәлендәге подъезда йәшәүселәрҙе күсерәләр
Өфөнөң Жуков урамында авария хәлендәге подъезда йәшәүселәрҙе күсерәләр

Билдәләргә кәрәк, йорт 23 ноябрҙә авария хәлендә тип табыла. Әлеег ваҡытта йортта йәшәүселәрҙе башҡа урындарға күсерәләр. 36 ғаилә Өфөнөң ғәҙәттән тыш хәлдәр фондына күсә. Ун өс ғаилә үҙ фатирҙарын бушатҡан. Күптәре торлаҡты бушатыуға аңлы ҡарай.

Бынан тыш, балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә урынлаштырыу һорауҙары хәл ителә. Бар ғаиләләрҙе күсереп бөткәндән һуң, подъезд ябыласаҡ. Уларға яңы йәшәү урындары тәҡдим ителәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA