Башҡортостанда мәрхүмдәрҙең адрестарын һатҡан полиция хеҙмәткәрҙәре хөкөм ителә

Башҡортостанда мәрхүмдәрҙең адрестарын һатҡан полиция хеҙмәткәрҙәре хөкөм ителә https://bash.news/news/86092_bashortostanda_mrxmdre_adrestaryn_atan_policiya_xemtkrre_xkm_itel
13 дек 2018, 14:12

Ишембайҙа енәйәт эшен тикшереү тамамлана. Элекке полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алына. Улар законһыҙ эшмәкәрлек өсөн ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Башҡортостанда мәрхүмдәрҙең адрестарын һатҡан полиция хеҙмәткәрҙәре хөкөм ителә
Башҡортостанда мәрхүмдәрҙең адрестарын һатҡан полиция хеҙмәткәрҙәре хөкөм ителә

БР буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 2015-2017 йылдарҙа ғәйепләнеүселәр смс йәки WhatsApp аша вафат булған кешеләр тураһында мәғлүмәтте “Хәтер” ерләү салонына тапшыра. Улар законһыҙ рәүештә мәрхүмдәрҙең йәшәү урынын хәбәр итә. Шундай бер хәбәр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре 1000 һум аҡса ала. Бер полиция хеҙмәткәре барлығы 80 мең һумдан артыҡ, икенсеһе 48 мең һумдан ашыу аҡса ала.

Енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүселәр үҙ вазифаларынан бушатыла. Эш судҡа тапшырыла.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество