Башҡалала 11-19 декабрҙә «Бурыслы» операцияһы үтә

Башҡалала 11-19 декабрҙә «Бурыслы» операцияһы үтә https://bash.news/news/86099_bashalala_1119_dekabr_burysly_operaciyay_t
13 дек 2018, 17:16

Өфөлә 11 - 19 декабрҙә «Бурыслы» операцияһы үтә. Полиция, һәр административ штраф ваҡытында түләнергә тейеш, тип иҫкәртә. Был хаҡта республика буйынса Эске Эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡалала 11-19 декабрҙә «Бурыслы» операцияһы үтә
Башҡалала 11-19 декабрҙә «Бурыслы» операцияһы үтә

Профилактик сараға участка уполномоченныйҙары, патруль хеҙмәте, миграция һорауҙары буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре, балиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар йәлеп ителгән. 2018 йыл башынан алып, штрафты ваҡытында түләмәгәндәре өсөн, 6351 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уларҙың 4333-ө ун биш тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм ителә.

Билдәләп үтергә кәрәк, штрафты ваҡытынды түләмәгән осраҡта, бурыслыға икеләтә күләмдә штраф ҡабаттан һалыныуы ихтимал. Шулай уҡ, ун биш тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм итеү йәки илле сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү мөмкин.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа