Башҡалала ял көндәрендә ит йәрминкәләре үтә

Башҡалала ял көндәрендә ит йәрминкәләре үтә https://bash.news/news/86100_bashalala_yal_kndrend_it_jrminklre_t
13 дек 2018, 15:43

Урында йәшәүселәрҙе ит йәрминкәһенә саҡыралар.

Башҡалала ял көндәрендә ит йәрминкәләре үтә
Башҡалала ял көндәрендә ит йәрминкәләре үтә

Башҡалала 15 һәм 16 декабрҙә арзан хаҡҡа сифатлы продукция тәҡдим ителә. Йәрминкәләр ҡаланың бар райондарында ойошторола.

Сауҙала ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнаша ала. Йәрминкә иртәнге сәғәт ундан дүрткә тиклем эшләйәсәк.

Сауҙа объекттары киләһе адрестарҙа урынлаша:

- Дим районы- Хәҡиҡәт урамы, 21;

- Калинин районы –Интернационал урамы менән Машиналар төҙөүселәр урамы киҫелешендә;

- Киров районы - Рабкоров, 3,5,7 йорттары алдында;

- Ленин районы - «Тулҡын» скверы янында;

- Октябрь районы – Спорт һарайы ҡаршыһында, Р.Зорге,41;

- Орджоникидзе районы - С. Орджоникидзе ис. майҙанда, Беренсе Май ур, 14;

- Совет районы – Йәштәр һарайы ҡаршыһында.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа