Белорет районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, зыян күреүселәр бар

Белорет районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, зыян күреүселәр бар https://bash.news/news/86102_beloret_rajonynda_yultransport_vaiay_terkl_zyyan_kreselr_bar
13 дек 2018, 16:13

Бөгөн, 13 декабрҙә, Белорет районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Һөҙөмтәлә, 55 йәшлек ҡатын зыян күрә, башҡа зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт асыҡлана. Был хаҡта республиканың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә. Белорет районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, зыян күреүселәр бар

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, авария иртәнсәк Белорет-Үткәл юлының бишенсе саҡрымында теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Белоретта йәшәүсе 38 йәшлек ир "Iveco" машинаһында хәрәкәт иткән ваҡытта, боролошта йөктө ҡаршы һыҙатҡа ауҙара. Был мәлдә ҡаршы һыҙатта "Газель" пассажирҙар транспорты килә. Микроавтобус металл ҡоролмаларға менеп китә. Артабан, автобусҡа "Toyota Vista" автомобиле бәрелә. Белорет районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, зыян күреүселәр бар

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, "Газель" автобусының 55 йәшлек пассажиры зыян күрә. Билдәле булыуынса, маршрут Тимер юлы ауылы-Белорет йүнәлешендә хәрәкәт иткән. Йәмәғәт транспортында дүрт пассажир була. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество