Өфөлә авиация университеты уҡытыусыһына ришүәтселек өсөн штраф һалына

Өфөлә авиация университеты уҡытыусыһына ришүәтселек өсөн штраф һалына https://bash.news/news/86108_fl_aviaciya_universitety_uytyusyyna_rishtselek_sn_shtraf_alyna
13 дек 2018, 16:56

Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Өфө юғары уҡыу йортының элекке уҡытыусыһына ҡарата хөкөм сығарыла. Ҡатын ваҡ ришүәт алыуҙа һәм ялған документтар эшләүҙә ғәйепләнә.

Өфөлә авиация университеты уҡытыусыһына ришүәтселек өсөн штраф һалына
Өфөлә авиация университеты уҡытыусыһына ришүәтселек өсөн штраф һалына

Ағымдағы йылдың июнь айында университет доценты бер нисә студенттан 1350 һум аҡса ала. Студенттар зачет алыу өсөн аҡса бирә. Шунан һуң, уҡытыусы һынау кенәгәһенә зачет ҡуя.

Аҡсаны тапшырғандан һуң, бер студент хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Ҡатын үҙ ғәйебен таный, шулай уҡ, вазифаһын бушата. Ғәйепләнеүсегә 175 000 һум күләмендә штраф һалына.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд