Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә https://bash.news/news/86116_bashortostanda_xrbi_xemtk_kg_sayrylysh_dauam_it
13 дек 2018, 19:23

Бөгөн бер төркөм яҡташтарыбыҙ Омскиға, һауа-десант ғәскәрҙәренә юллана. Йәштәргә үҙ теләктәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов, Афғанистан, Чечня һуғышы ветерандары еткерҙе.

Хәрби командалар, тигеҙ сафтар, һалдат кейеме. Әрме хеҙмәтенең тәүге көндәре Өфөлә, саҡырылыш пунктында башлана. Алда егеттәрҙе оҙайлы юл, яңы ерҙәр, казармалар көтә. Әммә йәштәрҙә борсолоу, ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Теләк тә, физик әҙерлек тә бар, ти улар.

Башҡортостан егеттәре һәр ваҡыт Ватанға тоғро, намыҫлы хеҙмәте менән айырылып тора, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына беҙҙең республиканан 300-гә яҡын яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Әле лә традициялар дауам итә, яҡташтарыбыҙҙы һәр хәрби частә көтөп алалар, улар иң абруйлы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә.

Артур Әхмәтханов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Хәрби хеҙмәткә 9 меңдән ашыу егет саҡырылды. Уларға бөгөн Рәсәй Геройҙары килеп йылы һүҙҙәрен еткерҙе”.

Башҡортостан егеттәренең батырлығы хаҡындағы мәғлүмәттәр менән хәрби саҡырылыш пукнтының музейында ла танышырға мөмкин. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, тарихи экспонаттар йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Музейҙа Беренсе донъя, Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанистан, Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығына арналған меңдән ашыу экспонат һаҡлана. Мәҫәлән, был ҡоралдар француз яуынан ҡалған, улар менән беҙҙең төнъяҡ амурҙары Парижға тиклем барып еткән.

Өлкән быуын вәкилдәре фекеренсә, әле хеҙмәт итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар, ә иң мөһиме мөнәсәббәт үҙгәрә, хәҙер әрмегә йыйынған һәр егеткә шәхсән ҡараш.

Илдар Яҡупов, Афғанстандағы хәрби операцияла ҡатнашыусы: “Һалдаттар әле бер йыл ғына хеҙмәт итә. Беҙ ике йыл хеҙмәт иттек. Әрменән ҡайтып атай менән өҫтәл артында ултырғанда ул миңә ике йыл нимә ул, мин биш йыл ярым хеҙмәт иттем, тигәйне”.

Көҙгө саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә. Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр һаны артҡан. Егеттәр хәҙер командованиеның маҡтау һүҙҙәренә Рәсәй Федерацияһына хеҙмәт итәм тиер урынға Рәсәйгә хеҙмәт итәм тип кенә яуап ҡайтарырға тейеш. Әммә был һүҙҙән асыл үҙгәрмәй, Ватанға хеҙмәт итеү һәр ир-егеттең изге бурысы булып ҡала.

Автор: Рәмзиә Кәримова

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд