Рецепттарҙы фельдшерҙар яҙып бирәсәк

Рецепттарҙы фельдшерҙар яҙып бирәсәк https://bash.news/news/86117_recepttary_feldsherar_yayp_birsk
13 дек 2018, 19:31

Пациенттарға ябай дарыуҙар яҙҙырыр өсөн дә үҙәккә барып йөрөргә тура киләмәйәсәк. Был турала республика етәксеһе уҙғарған Һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә билдәләнде. Быға тиклем рецепттар һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары биреү тәртибе аныҡ ҡына билдәле түгел ине. Ҡайһылыр төбәктәрҙә ауыл фельдшерҙары ла яҙып бирә алһа, айырым райондарҙа халыҡ үҙәккә йөрөргә мәжбүр ине.

Радий Хәбиров үткән аҙналағы һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә ҡушты. Хәҙер иһә был документтарҙы тәүсел медицина белгестәре лә тултыра аласаҡ. Бының өсөн медицина учреждениеһының, район баш табибының рөхсәте генә талап ителә. Шул иҫәптән ташламалы дарыуҙарға ла рецептты фельдшерҙар бирә аласаҡ.

Рафаэль Яппаров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы: “Фельшер, по приказу руководителя медицинской организации, может выписывать льготный лекарственный аппарат на бумажном бланке. Этот бланк распечатывается медицинской организацией с определенным номером. Есть два пути получения данного препарата: либо пациент едет в пункт отпуска центральной районной больницы и получает ее там, либо по письменной доверенности пациента за препаратом едет фельдшер”.

Больничныйҙар асыу буйынса ла фельдшерҙарҙың хоҡуғы бар. Әммә уны ябыу өсөн табип ҡарары талап ителә. Йәғни, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын яптырыу өсөн барыбер үҙәккә йөрөргә тура киләсәк. Ауыр сирҙәр асыҡланған осраҡта ла пациентты дауаханаларға оҙатыу кәрәк буласаҡ.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Наши фельдшера, при наличии приказа главных врачей имеют право и выписывать рецепты, и давать листки не трудоспособности”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Рецепттарҙы фельдшерҙар яҙып бирәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна