Эштәр һәр юҫыҡта ла ғилми асыштар менән үрелеп барырға тейеш

Эштәр һәр юҫыҡта ла ғилми асыштар менән үрелеп барырға тейеш https://bash.news/news/86123_eshtr_r_yuyta_la_ilmi_asyshtar_menn_relep_baryra_tejesh
13 дек 2018, 21:19

Башҡортостанда был йәһәттән юғары потенциал бар. Республика үҙ фәндәр академияһын һаҡлап алып ҡалған дүрт төбәктең береһе. Радий Хәбиров бөгөн ғалимдар менән осрашты.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, уның үҙенең дә ҡасандыр фәнгә ҡағылышы булған. Шуға ла ғилем донъяһы минең өсөн яҡын һәм төбәк үҫешендә үтә лә әһәмиәтле эшмәкәрлек, тип билдәләне. Осрашыуҙа төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән фән эшмәкәрҙәре үҙ асыштары, пландары менән таныштырҙы.

Әлфис Ғаязов, Башҡортостандың фәндәр академияһы президенты: “Фән өлкәһендә башланған – аҙағына барып етмәгән, башланған – бик матур һөҙөмтәләргә барып еткән тикшеренеүҙәр бар. Улар күп осраҡта ғалимдарҙың мәҡәлә, китаптары эсендә генә ятып ҡала. Иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе – сәнәғәткә алып барып еткереү. Бында беҙгә дәүләт ярҙамы кәрәк”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Эштәр һәр юҫыҡта ла ғилми асыштар менән үрелеп барырға тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA