Торатау геопаркы

Торатау геопаркы https://bash.news/news/86124_toratau_geoparky
13 дек 2018, 21:21

"Торатау" геопаркын ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү буйынса саралар планы әҙерләнәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарының геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән. Геопарк составында тәбиғәт ҡомартҡылары Торатау һәм Йөрәктау буласаҡ.

Рәсих Хәмитов, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы: “Тәбиғәт һөйөүселәр өсөн, Башҡортостан халҡы өсөн ошо геопарктың булдырылыуы артабан да беҙҙең иҡтисадты үҫтереүгә, ауылдарҙы, юлдарҙы төҙөкләндереүгә, ошо биләмәгә донъя халҡын йәлеп итеү ҙур сара буласаҡ”.

"Торатау" төбәктә юғары һаҡлау статусына дәғүә итеүсе икенсе геопарк буласаҡ. "Юнеско"ның штаб-фатирында Салауат районында "Янғантау" геопаркын булдырыу тураһында заявка хупланған. 230 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән шихандар ҙа донъя кимәлендә билдәлелек яулар тип көтөлә. Урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижады ла ентекле өйрәнеләсәк.

Зәки Әлибаев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты: “Тәү ҡарамаҡҡа, геопарк тәбиғәттең уникаль урынын ғына һаҡлап ҡалыу булараҡ ҡабул ителә. Ләкин уйлап ҡарағанда, шунда йәшәгән халыҡтың бөтә мөхитен, рухи донъяһын, йәки рухи ҡиблаларын һаҡлап ҡалыуға ла бәрәбәр тип уйлайым”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Торатау геопаркы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд