Сибайҙа үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре һауала көкөртлө водородтың 1,3 тапҡырға күберәк булыуын күрһәткән

Сибайҙа үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре һауала көкөртлө водородтың 1,3 тапҡырға күберәк булыуын күрһәткән https://bash.news/news/86125_sibaja_tkrelgn_tikshere_mtlre_auala_kkrtl_vodorodty_13_tapyra_kberk_bulyuyn_krtkn
13 дек 2018, 21:24

Шуның өсөн дә төбәктә "Юғары әҙерлек" тәртибе ғәмәлдә ҡала. Һуңғы көндәрҙә урындағы халыҡтың күпләп медицина маскалары һатып алыуы теркәлгән, шулай уҡ шахтерҙарға шәхси һаҡланыу әйберҙәре таратылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ташландыҡ карьерҙа тәбиғи сәбәптәр арҡаһында мәғдәндән көкөрт төтөнө бүленеп сығыуы асыҡлана. Әле уны күмеү эштәре бара, эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Шулай уҡ даими рәүештә һауаның бысраныу кимәле тикшерелә. Бөгөн онлайн режимында ҡаланың экологик хәл мәсьәләһе буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы уҙҙы.

Урындағы хакимиәт, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Экология министрлығы, Роспотребнадзор вәкилдәре, шулай уҡ табиптар һәм ҡала халҡы Сибайҙағы хәлде тикшерҙе. Һауаның бысраныуына бәйле яуаплылыҡты Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты үҙ өҫтөнә алған. Предприятие ун көн эсендә иҫке карьерҙы күмеү буйынса эштәрҙе тамамларға ниәтләй.

Сибайҙа үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре һауала көкөртлө водородтың 1,3 тапҡырға күберәк булыуын күрһәткән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна